Ер менән күк араһындағы йорт?!

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шишмә районы Алкин шифаханаһы ауылындағы йортто нисек авария хәлендә тип иҫбатларға?! Йорт тыштан да эстән дә таушалған һәм ишелергә тора. Әммә унан халыҡты күсерергә йыйынмайҙар, сөнки йорттоң тейешле документтары юҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева хәлде асыҡларға тырышты.

Алкин шифаханаһы ауылының Үҙәк урамындағы 41-се һанлы был йорт һуғыш ваҡытындағы емереклектән ҡалған харабаны хәтерләтә. Әммә унда 21-се быуат кешеләре йәшәй.

Ике ҡатлы йортта пенсонерҙар, йәш ғаиләләр 11 фатирҙа көн күрә. Тормош уҙған быуатта туҡтап ҡалған һымаҡ.

«Алкин» шифаханаһы ауылының Үҙәк урамына1963 йылда күсереп һалынған был йорт утын менән йылытыла.

Утын яғып йылытырға тура килә инде. Һыуыҡ ваҡытта тәүлек әйләнәһенә, төндә лә яғабыҙ. Ҡыш сыҡҡансы 18 кубометр утын бөтә.

Сергей Аллес, «Алкин» шифаханаһы ауылындағы үҙәк урам, 41-се һанлы йортта йәшәүсе

Сергей Аллесҡа фатир шифахана хужалығында эшләгәндә бирелгән. Ир әйтеүенсә, ҡыш сыҡҡансы 30 мең һумлыҡ утын яғыла.

Сергейҙың улы Максим бында ғаиләһе менән йәшәй. Ул электр ҡаҙанлығы өҫтәп ҡуйған. Иҙәндәр боҙ һымаҡ, ел өрә. Йыуыныу өсөн уңайлыҡтар бөтөнләй юҡ. Ике бала тәрбиәләүсе ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәпкә лә тора алмай, йортто авария хәлендә итеп таныта ла алмай.

Газ үткәреп булмай, сөнки йорт район милкендә түгел икән. Хакимиәткә мөрәжәғәт итеп ҡараным. Әлегә теүәл генә яуап юҡ.  

Максим Аллес, «Алкин» шифаханаһы ауылы үҙәк урам, 41-се һанлы йортта йәшәүсе

Авария хәлендә тип танылыр ине, йорт һауа менән ер араһында эленеп ҡалған.

Әлегә ул ошо терәүҙә эленеп тора. Күрәһең, шул хәлдә тағы биш йыл тирәһе торор. Сөнки Авариялы хәлдәге йорттарҙан күсереү проектына инер өсөн тәүҙә уны район балансына индерергә кәрәк, быға тиклем ул республиканыҡы иҫәпләнгән.  Ошо маҡсатта хакимиәт документ туплау эшен башлаған.

Тимәк, быйыл да, киләһе йылға ла түгел әле, 2026 йылға тиклем йорт ишелеп төшмәһә.

Рәмилә Исмәғилева.