«Алға» махсус иҡтисади зонаһының резиденттары алтыға етте

Your browser doesn't support HTML5 video.

План буйынса йыл аҙағына тиклем күрһәткесте бишәүгә еткереү маҡсаты тора ине.

Әммә бөгөнгө Эксперт советы ултырышында билдәләнеүенсә, план арттырып үтәлгән. Бөгөн резиденттар исемлегенә үҙ проекттарын яҡлап «Азимут» һәм «Заспорт» компаниялары өҫтәлде. Эксперт советы ултырышы онлайн форматта, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкселегендә уҙҙы. «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ғәмәлгә индереләсәк ике проект 330 тирәһе яңы эш урыны аса, тине Илшат Азамат улы. 

Дизайнер спорт кейемдәре менән тотош донъяға билдәле «Заспорт» компанияһы үҙ проектын киләһе ике йылда сафҡа индерергә ниәтләй. Хужалар әйтеүенсә, фабриканың продукцияһына ихтыяж ҙур. Спорт кейемдәре уңайлы һәм юғары сифатлы булыуы менән айырлып тора. Компания 300-гә яҡын кешене эш менән тәьмин итәсәк.

Ырымбурҙың «Азимут» заводы юл һыҙаттары, билдәләр өсөн заманса технологиялар ярҙамында буяуҙар һәм пластик етештерә. Киләсәктә  был предприятие ла «Алға» махсус иҡтисади зонаһында эш башларға иҫәп тота. Юлдар оҙонлоғо буйынса Рәсәйҙә икенсе урын билгән Башҡортостан өсөн проект бик мөһим, быйыл ғына республикала 10 мең километрға юл һыҙаттары һалынған. Проектҡа 500 миллион һум тирәһе инвестиция һалыу күҙаллана, бөтәһе 40-тан ашыу яңы эш урыны асылыр тип көтөлә.

Беҙ юғары сифатлы спорт кейемдәре тегергә йыйынабыҙ. Мәғлүм булыуынса, «Заспорт» фабрикаһы Олимпия уйындарының йыйылма командаһын кейемдәр менән тәьмин итә. «Алға» махсус иҡтисади зонаһындағы проектҡа беҙ 429 миллион һумдан ашыу инвестиция һалырға уйлайбыҙ. Резидент булараҡ беҙгә уңайлы эш шарттары тыуҙырылыуы, һалымға ташламалар яһалыуы ҡыуаныслы.

Евгений Романов, «Заспорт» фабрикаһы генераль директоры

Ырымбурҙа беҙҙең завод 2019 йылдан алып эшләй, ул ошо йүнәлештә Волга буйы федераль округында һәм Ҡаҙағстанда лидер булып тора. Беҙ продукцияны юғары технологияларға нигеҙләнеп, термопластиктан етештербеҙ. Йәғни, беҙҙең юл һыҙаттары эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәй, оҙаҡ һаҡлана.

Дмитрий Архипов, «Азимут» заводы генераль директоры

Рәмзиә Кәримова.