Иглин районында күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалдары тапшырылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Юғары наградаға биш һәм күберәк бала тәрбиәләүсе ике ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Район хакимиәте Башлығы ҡулынан дәүләт бүләген Авангард һәм Иглин ауылдарында йәшәүсе Ирина Семёнова менән Светлана Бубенок алды.

Мин биш бала әсәһе, ике ейәнемә өләсәй. Үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем.

Ирина Семёнова, күп балалы әсә

Иптәшем менән бәхетле ғаилә ҡорҙоҡ. Балаларымдың атаһы һәр эштә терәк булып тора, уға бик рәхмәтлемен.

Светлана Бубенок, күп балалы әсә  

Гөлдәриә Йосопова.