“Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә ике яңы резидент теркәлде

“За спорт” ойошмаһы спорт кейеме тегергә ниәтләй. Ул “Adidas ”, “Nike ”, “Columbia ” һәм башҡа брендтарға конкурент була. Инвестор проектҡа 430 миллион һум йүнәлтә, ойошмала 300-гә яҡын эш урыны булдырыла. “Азимут” предприятиеһы пластик һәм органик иреткес нигеҙендәге юл буяуы етештерергә планлаштыра. Проектҡа 500 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, 40 кеше эш менән тәьмин ителә. “Алға ” махсус иҡтисади биләмәһе  Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондарында   булдырылды.  Унда төрлө йүнәлештә  инвесторҙар һәм резиденттар йәлеп ителә.