Бөгөн халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Йәмғиәт,

Ошо көнгә бәйләп Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бөгөн онлайн түңәрәк өҫтәл ойоштора. Унда һаулыҡ яғынан мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә социаль  ярҙам тәжрибәһе өйрәнелә. Социаль такси, инвалидтар ойошмаһына булышлыҡ итеү, мөмкинлектәрҙе сикләнгәндәрҙе уҡытыу һәм эш урыны менән тәьмин итеү, медицина һәм реабилитацияла яңы технологиялар ҡулланышы һәм башҡа һорауҙар ҡарала. “Был өлкәлә ҡаҙаныштар ҙур, әммә камиллашырға урын бар”, -тип белдергән социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль  яҡлау министры Ленара Иванова.