Рәсәй халҡы Яңы йылда ниндәй бүләктәргә өмөт итә?

Ҡыш бабай почтаһында балалар һәм өлкәндәр теләктәре менән таныштырҙылар. Балалар күбеһенсә мобиль телефон, “Лего” конструкторы, “L.O.L” ҡурсағын алырға хыяллана. Бынан тыш, Яңы йыл бүләктәре араһында гироскутер, квадрокоптер, ноутбук һәм планшет күрһәтелгән. Өлкәндәр Ҡыш бабайҙан башлыса сәләмәтлек, бәхет һәм именлек һорай. Ә матди әйберҙәргә килгәндә, яңы автомобиль һәм фатир хаҡында хыяллана.