Башҡортостанда киләһе йылда ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә 900 миллион һум бүленә

Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты электрон аукцион иғлан итте. Уға ярашлы, 2021 йылда 20 ҡаланы тәртипкә килтереү өсөн подрядсы ойошма һайлана. Документ буйынса Октябрьский ҡалаһына 133 миллион һум, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡҡа – 80, Ағиҙел һәм Межгорьеға 16 миллион һум бүлеү ҡаралған.