Был вазифаға Рәмзил Күсәрбаев ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Рәмзил Наил улы Күсәрбаевҡа 43 йәш, ул Туймазы районында тыуған. Октябрьский коммуналь төҙөлөш техникумы һәм Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа төҙөлөш өлкәһендә хеҙмәт иткән. Быға тиклем Рәмзил Күсәрбаев Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы булды.