Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса тест яҙҙы

Ул Рәсәйҙә билдәләнгән Билдәһеҙ һалдат көнөнә арнала. Сараны Дәүләт Дума янындағы Йәштәр парламенты ойоштора. Был диктантҡа башҡа теләүселәр ҙә ҡушыла ала. Бының өсөн testing.big-history.ru сайтына инергә кәрәк. Тест 30 һорауҙан тора, уны үтер өсөн 30 минут ваҡыт бирелә. Яуаптар Мәскәү ваҡыты менән 24 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.