Әлшәй районында 400 урынлыҡ кинозал асылды

Быйыл Раевка ҡасабаһы  кино фонды конкурсы еңеүсеһе тип танылғайны. Быға тиклем ауылда булған кинотеатр 2000 йылдар башында ябылған. Яңы кинозал 3Д һәм заманса тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Асыу тантанаһында режиссер Айнур Асҡаровтың “Өфөнән һөйөү менән” фильмы күрһәтелде.