Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте йортонда бер төркөм ирекмәндәр бүләкләнде

Рәсәй Федерацияһының иҫтәлекле миҙалы менән БеҙБергә акцияһының 23 ҡатнашыусыһы наградаланды. Улар араһында муниципалитеттарҙың ирекмәндәр штабы етәкселәре, “Беҙҙең хәстәр” проекты ҡатнашыусылары һәм ярҙам ҡулын һуҙған эшҡыуарҙар. Быйыл республикала БеҙБергә проектына 5 меңдән ашыу ирекмән ҡушылған.