Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. Парламент рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, әле криптовалюта әйләнеше ҡаты контролдә тотолмай. Шуға ҡайһы-бер шәхестәр уны ришүәтселек маҡсатында ҡуллана ала. Быға тиклем республика депутаттары ошондай инициатива менән Рәсәй закон уйлаусылар советында яңғыратылғайны.