Башҡортостандың донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәген үҫтереүгә федераль ярҙам бүленәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һөйөнөслө яңылыҡ менән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин уртаҡлашты.

Был аҙнала Хөкүмәт дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк ғилми-мәғариф үҙәктәрҙе һайлау буйынса ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Йәмғеһе биш үҙәк һайлап алынды, күбеһе төбәк-ара, тине Премьер-министр. Улар алдынғы университеттар, фәнни ойошмалар һәм иҡтисадтың реаль секторы компанияларын берләштерә. Ошондай үҙәктәрҙең базаһында тикшереүҙәрҙең һәм эшләнмәләрҙең заманса моделен төҙөргә, күләмле ғилми-технологик бурыстарҙы хәл итеү өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләргә мөмкин, тип билдәләне Михаил Мишустин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко етәкселегендә ғилми-мәғариф үҙәктәре советы ултырышы үткәйне. Видеоконференция форматындағы кәңәшмәлә Башҡортостан проектын Радий Хәбиров тәҡдим итте. Республика Башлығы билдәләүенсә, донъя кимәлендәге үҙәк төҙөү өсөн республикала кәрәкле бар ресурстар ҙа етерлек. Ҡеүәтле нефть химияһы, авиа һәм машина төҙөлөшө, ауыл хужалығы, фармацевтика һәм туристик-рекреация кластерҙары эшләй.

Башҡортостан етәксеһе үҙәктең конкурста еңеүен оло эшмәкәрлек һөҙөмтәһе тип билдәләне. Яҡын киләсәктә бында яңы эшләнмәләр һәм фәнни асыштарға юл асыласаҡ. Өфөнөң Ағиҙел аръяғында урынлашасаҡ Евразия ғилми-мәғариф үҙәге заманса студенттар ҡаласығы булып ҡына ҡалмаясаҡ. Ул инновациялы бизнесты йәлеп итеү һәм стартаптар фабрикаһы үҙәгенә әүереләсәк. Бөгөн кире ҡайтмау нөктәһе уҙҙы, һәм бер аҙҙан барыһы ла тормоша ашырыла башласаҡ, тигән Башҡортостан Башлығы.

Илдар Байбулатов.