Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора

Your browser doesn't support HTML5 video.

Телефон аша граждандарҙың банк иҫәбендәге аҡсаны үҙләштереүселәр яңы ысулдар менән эш алып бара. Банк картаһы хужаһының паспортындағы мәғлүмәтте белеп тә аҡса урлау осраҡтары теркәлә. Мутлашыусылар шәхестең электрон ҡултамғаһы менән файҙаланып банктан кредит та ала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә йәшәүсе Евгенийға йәкшәмбе кис банктың хәүефһеҙлек идаралығынан шылтыратып паспорт мәғлүмәтен тикшереләр. Эш хаҡын «Бөтә Рәсәй төбәктәрен үҫтереү» банкы картаһына алған ирҙән пароль йәки башҡа һандар ҙа һоралмай. Мутлашыусылар уның телефонына СМС-хәбәрҙәр ебәреп уның сим-картаһы менән идара итә башлай.

Картамдан 80 мең һум аҡсаны урланылар. Шунда уҡ минең исемгә «Хоме кредит» банкында 422 мең һум кредит алынған. Тағы ла бер банкҡа 700 мең һорап ғариза яҙылған, әммә банк заявканы тиҙ генә ҡарап өлгөрмәгән. Әле мин мутлашыусылар кредитынан баш тартырға теләйем, әммә банк электрон ҡултамға төп ҡултамға кеүек үк юридик көскә эйә тип белдерҙе.

Евгений, зыян күреүсе

Финанс операцияны ойоштороу өсөн мутлашыусыларға ярты сәғәт ваҡыт етә. ПЭП йәки ябай электрон ҡултамға ярҙамында банктан кредит алыу өсөн бер СМС хәбәр етә. Быға тиклем банк менән намыҫлы хеҙмәттәшлек иткән шәхестең хаҡында мәғлүмәттәр базала автоматлаштырылған ысул менән күҙәтелә. Дөрөҫөрәге, ышаныслы хеҙмәттәшлеккә таянып банк клиент менән бәйләнешкә сыҡмайынса, шылтыратмайынса, ғаризаны оҙаҡ эшкәртмәйенсә бер нисә минут эсендә кредит тапшыра.

Электрон ҡултамға ярҙамында аҡса урлау мутлашыуҙың яңы төрҙәренең береһе. Һәм был ҡапҡанға эләгеүселәр көндән-көн арта. Граждандар федераль закондың етешһеҙлектәренән зыян күрә. Был осраҡта банктар клиентты түгел, үҙҙәренең позицияһын яҡлай.

Валерий Шәрипов, юрист

Электрон ҡултамға тәжрибәһе банк хеҙмәткәрҙәренең эшен еңелләштереү өсөн ҡаралған. Кредит һәм һәм башҡа финанс операциялар киң танылған хеҙмәттәрҙе тиҙерәк теркәү өсөн клиент дистанцион рәүештә ҡултамғаһын ҡуймайынса эш итә ала.

Зыян күреүсе аҡса урлау осрағы буйынса Өфөнөң 10-сы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итте. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. 159-се статьяға ярашлы тикшереү башланды.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе

Электрон ҡултамға менән бөтә банктар ҙа эш алып бармай, Өфөлә мутлашыусылар «Home кредит», «Альфа» һәм тағы ла биш банк аша аҡса үҙләштергән осраҡтар раҫлана.

Белгестәр мутлашыусылар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн банктан хеҙмәткәр йәки башҡа шәхестәр шылтыратҡан осраҡта СМС-хәбәр менән килгән кодты файҙаланмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ кредит алған ваҡытта килешеү төҙөгөндә электрон ҡултамғанан баш тартыу хәйерле, сөнки киләсәктә яңы кредит ғаризаһыҙ ҡаралып, мутлашыусыға урлашыу өсөн бөтә юлдарҙы аса.

Флорида Ким.