Смартфон водителдең ҡулында

Your browser doesn't support HTML5 video.

«Иғтибарлы юл» социаль компания сиктәрендә Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығы,дәүләт автоинспекцияһы менән берлектә профилактик саралар уҙғара.

Иғтибарлы булыу – хәүефһеҙ хәрәкәттең нигеҙе. Кире осраҡта юл фажиғәһенә тарырға мөмкин. Арығанлыҡ, руль артында телефондан һөйләшеү, йоҡомһорау – йыш ҡына аварияға сәбәпсе була.

Статистика буйынса водитель яҡынса 5 секунд эсендә смс хәбәр ебәрә, юлдағы хәлде күҙ уңынан ысҡындырып, транспорт фажиғәһенә эләгеү өсөн был ярайһы ваҡыт. Маневр, машиналар араһында дистанция һәм ғәҙәти реакция юғала, водитель юлдағы хәлде теүәл ҡабул итмәй.

Авария һөҙөмтәһе – водителдең генә түгел, ә йәйәүлеләрҙең дә иғтибарһыҙлығы.

Үҫмерҙәр һәм хатта өлкәндәр ҙә, ҡолағынан наушниктарын сисмәй юл аша сыға һәм автомобилдең яҡынлашыуын һиҙмәй, юл-фажиғәләренә дусар була. Ата-әсәләр балаға гаджет менән нисек дөрөҫ файҙаланырға, хәҙерге тайғаҡ ваҡытта машина алдынан юлды нисек дөрөҫ сығырға өйрәтһә, фажиғәле осраҡтар күпкә һирәгерәк булыр ине.

Бөгөнгө көндә юл-транспорты хәрәкәте фажиғәләре буйынса үҫмерҙәр һәм балалар араһында иҫкәртеү саралары үтә.

Төбәктәге балалар травматизмын иҫкәртеү буйынса республика ресур үҙәге «Наушнигыңды сис» профилактик акцияһында республика халҡын әүҙем ҡатнашырға саҡыра. Беҙ һеҙҙән видеотаҫмалар көтәбеҙ. Листовкалар, плакаттарҙы социаль селтәрҙәргә «Тормошобоҙ юл фажиғәһеҙ», «Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ» берҙәм хештегы менән һалығыҙ.

Юлда телефондан һөйләшмәһәк, смс яҙмай, тапшырғыстарҙы сисеп юл аша сыҡһаҡ тормошобоҙ күпкә хәүефһеҙлерәк буласаҡ.