Уҙған тәүлектә Башҡортостанда Ковид-19 вирусы 141 кешелә асыҡланған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Шулай итеп пандемия башланған мәлдән төбәктә яңы инфекция диагнозы 14689 кешегә ҡуйылды. Бөгөн стационарҙарҙа табиптар 538 сирленең һаулығы өсөн көрәшә.

Ауыр хәлдәге 48 пациенттың 12-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бынан тыш, сирҙе еңел формала үткәргән 1854 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Тәүлек эсендә сирҙән бер кеше һәләк булған. 71 кеше һауығып сыҡҡан

Гөлдәриә Йосопова.