Владимир Путин Башҡортостан блогерының сәфәрен федераль каналдарҙа яҡтыртыуҙа ярҙам күрһәтәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ил Башлығы был турала бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы ойошторолған осрашыуҙа белдерҙе. Видеоконференция форматында уҙған һөйләшеүҙә Омскиҙа хәрби бурысын үтәгәндә казарма емерелгәндән һуң ике аяғын да юғалтҡан Рөстәм Нәбиев та ҡатнашты. Ул Республика халҡына билдәле блогер, спортсы булараҡ яҡшы таныш. Һынмаҫ рухлы яҡташтарыбыҙҙы борсоған проблемалар һәм уларҙың киләсәккә пландары хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортаж

Эльбрусты яулау физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә генә түгел, һау-сәләмәт кешегә лә ҡатмарлы. Ә Рөстәм Нәбиев тау башына ҡулдарында менеп етә. Уның исеме Рәсәйҙең рекордтар китабына индерергә лә тәҡдим ителгән. Яҡташыбыҙ киләсәктә Гималай тауҙарының 8 мең метр бейеклектәге нөктәһенә үрләргә лә ниәтләй. Рөстәм Нәбиевтың Владимир Путинға һорауы ла ошо сәфәр менән бәйле.

Владимир Путин Рөстәмде хәүефле спорт төрҙәре менән артыҡ мауыҡмаҫҡа саҡырҙы. Ил Башлығы фекеренсә, ваҡытты ҡурсаҡ һымаҡ ике ҡыҙына бағышлау яҡшыраҡ буласаҡ. Әммә Рөстәм әйтеүенсә, уның ғаиләһе ҡаршы түгел. Ә блогер үҙе һәр бер артылған бейеклектән һуң тормошта бер ниндәй ҙә сиктәр һәм яуланмаҫ үрҙәр юҡлығын яҡшыраҡ аңлай. Һәр кемдең яҙмышы үҙ ҡулында.

Яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән тағы бер һынмаҫ рух өлгөһө Шаран районында йәшәй. 8 йыл элек тыуған яғына ҡайтып фермер хужалығы ойошторған Ринат Ибраһимов авариянан һуң инвалид коляскаһына ултыра. Ә 2018 йылда тағы бер йәрәхәттән һуң уның ике аяғын да төптән ҡырҡырға мәжбүр булалар. Әммә Ринат Рим улы бирешмәй, Социаль страховкалау фонды аша протез юллай, яңынан атларға өйрәнә.

Әле Ринат Ибраһимов дин юлына баҫҡан, ғәрәп графикаһын үҙләштерә. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡ эштәрен дә яйға һала башлаған. Әле ул ҡураһында йорт ҡуяндарын үрсетеү менән мәшғүл. Беренсе төркөм инвалиды фекеренсә, иң мөһиме-теләк. Ә дәүләт яғынан ярҙам етерлек. Белгестәр фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан уңайлы мөхит тыуҙырыу буйынса әүҙем эш алып барыла.  

Әле Башҡортостанда 250 мең тирәһе инвалид иҫәпләнә, уларҙың 17 мең ярымы балалар. Республикала физик мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе дауалау, белем биреү, эшкә урынлаштырыу буйынса программалар эшләй. Мәҫәлән, хәрәкәтләнеү ағзалары зәғифләнгәндәрҙе аяҡҡа баҫтырыу буйынса экзоһөлдәләр тик беҙҙең үҙәктәрҙә генә бар. Киләсәктә берҙәм тәҙрә системаһы буйынса «Салют» реабилитация, белем биреү үҙәге эш башлаясаҡ.

Рәмзиә Кәримова.