Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был көндә тыуған ил өсөн башын һалған, азатлыҡ яулаған бөтә һалдаттар ҙа хөрмәт менән иҫкә алына. Өфөлә лә был мөһим датаға арнап, тантаналы саралар үтте. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Совет һәм Рәсәй һалдаты батырлығы йылдар аша беҙҙең көндәргә килеп етте. Ил Президенты иғлан иткән хәтер йылында яҡташыбыҙ ,170 -cе уҡсылар дивизияһы ҡыҙыламармеецы хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Яҡуп Миңлеғоловтың һөйәктәре табыла. Уны «102-се бейеклек» эҙәрмәндәре Псков өлкәһе Себежск районында таба. Шәхси әйберҙәрен барлағанда һаҡланып ҡалған кватанция өлөшө ярҙамында яҡташыбыҙҙың исем-шәрифтәре асыҡлана. Бөгөн Яҡуп Миңлеғоловтың һөйәктәре тыуған ере Дәүләкән районында йәшәгән туғандарына тапшырылды. 

Артабан тантаналы саралар Республиканың Хәрби Дан музейында дауам итте. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың исемдәрен ҡайтарыусы эҙәрмәндәр хәрәкәте эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамы менән ҡаты һуғыш барған өлкәләрҙә 15-тән ашыу эҙәрмән экспедициялары ойошторолған. Уларҙа беҙҙең республиканан ғына 211 кеше ҡатнашҡан. Һуғыш үткән яландарҙа Ҡыҙыл Армия cафында алышҡан 51 хәрбиҙең һөйәктәре табылған. Экспедицияларҙа әүҙем ҡатнашып, Рәсәй оборона министрлығының маҡтау билдәһе менән бүләкләнеүсе эҙәрмәндәр араһында тарихсы Айбулат Хөсәйенов та бар.

Ржев өлкәһендә ҡанлы алыштарҙа башын һалған Андрей Чурин да 2020 йылдың октябренә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә була. Хәрбиҙең шәхесен эҙәрмәндәр асыҡлай. Краснокама районынан һуғышҡа алынған хәрбиҙең медальоны туғаны Леонид Чуринға тапшырылды.

Ер ҡарҙан әрселеү менән Башҡортостан эҙәрмәндәре тағы ла Бөйөк Ватан һуғышының хәл иткес алыштары барған Ростов, Ленинград, Псков өлкәләренә юлланасаҡ. Улар аяуһыҙ һуғыштарҙа башын һалған һуңғы һалдатты тапҡанға тиклем эҙәрмәнлек эшенән туҡтамаясаҡ.

Гүзәл Борханова.