Бар өлгөләр ҙә «Торатау» конгресс-холлындағы ябыҡ күргәҙмәгә ҡуйылған. Рәссамдар берлеге ағзалары тәҡдим ителгән варианттарға эксперт баһаһын бирҙе. Әммә Рәсәй Геройының һәйкәлен һайлау буйынса һуңғы ҡарарҙы махсус комиссия хәл итәсәк. Йомғаҡлау ултырышы киләһе аҙнала үтер тип көтөлә.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге скверҙы биҙәү өсөн Башҡортостандан тыш, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалалары оҫталары ла үҙҙәренең эскиздарын ебәргән. Әлегә авторҙарҙың исемдәре сер итеп һаҡлана. Махсус конверттарҙа һәр проекттың яҡынса сметаһы ла иҫәпләнгән.
Илдар Байбулатов.