Тәтешле районында бөгөн “Без – башҡортлар” проекты менән таныштыралар

Ғалимдар һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшө өсөн башҡорт ырыуҙарының картаһы булдырылды һәм “Без – башҡортлар” тип исемләнгән китап нәшер ителде. Һәр район өсөн айырым баҫма сығыралды. Унда был төбәктә йәшәгән башҡорттар тарихы, мәҙәниәте һәм йолалары менән танышырға була. Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылынан Бәхтигәрәй Арманшин шәжәрәһен өйрәнеп 9 быуынын асыҡлаған. Уның нәҫеле, Кейековтар ғаиләһе, күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройға барып тоташа. Бәхтигәрәй Арманшин архив документтары ярҙамында Ирәкте-Уран башҡорттары ырыуынан булыуын иҫбатлай алған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Быға тиклем Баҡалы, Балтас, Туймазы райондарында ла “Без – башҡортлар” проекты менән таныштырҙылар.