Бөгөн Өфөлә ошолай тип аталған Бөтә Рәсәй юридик форумы үтә. Унда Рәсәй Конституцияһына индерелгән төҙәтмәләр буйынса фекер алышыу бара. Форумда илдәге алдынғы эскперттар, юристар, дәүләт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, Рәсәй Конституцияһына ҡабул ителгән ҡайһы бер үҙгәрештәр Башҡортостанда күптән ғәмәлдә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАндрей Назаров фекеренсә, Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр урынлы һәм кәрәкле булды. Үҙгәреш халыҡ тормошон яҡшыртыу мәнфәғәтенән сығып әҙерләнде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтФорум барышында эшлекле секция һәм фекер алышыу майҙансыҡтары эшләй. Бындағы сығыштар ғилми йыйынтыҡта һәм фәнни журналдарҙа баҫылып сыға.