Хеҙмәт министрлығы ғинуарҙа ял һәм байрам көндәре менән таныштырҙы. Республикала 1-8 ғинуар – Яңы йыл каникулы иҫәпләнә, ә 9-сы һәм 10-сы ғинуар ял көндәренә тура килә. Быйыл 31 декабрь эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була, тип хәбәр итәләр ведомствонан. Әйткәндәй, ҡайһы бер төбәктәрҙә 31 декабрҙе ял булараҡ иғлан иткәндәр. Исемлектә Татарстан, Белгород, Курск өлкәләре күрһәтелгән. Бында 26 декабрь, шәмбе, эш көнө тип иғлан ителгән.