Башҡортостандан “осоусы саңғысылар” донъя кубогында ҡатнаша

Бөгөн Түбәнге Тагилда трамплиндан саңғыла һикереү буйынса халыҡ-ара турнир башлана. Унда беҙҙең республиканан Илмир Хәзетдинов һәм Николай Матавин ҡатнаша. Эпидемиологик хәл сәбәпле Рәсәй спортсылары донъя кубогының беренсе һәм икенсе этаптарында сығыш яһай алманы.