Үҙ сығышында республика етәксеһе ҡатнашыусыларҙы юрист көнө менән ҡотланы һәм һөҙөмтәле эш теләне. “Фекер алышыу темаһы Конституция булыуы бик мөһим. Тап юрист көнөндә Өфөлә фәнни-мәғариф үҙәк төҙөлөүе тураһында иғлан ителде. Ғалимдарға мөрәжәғәт итәм: был үҙәкте тултырыу – беҙҙән тора. Бергә эшләргә кәрәк”, тине республика Башлығы.