Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уҡыусылар араһында йоғошло ауырыуҙар осраҡтары менән таныштырҙы. Коронавирус менән ауырыусыларҙың 700-гә яҡыны һауыҡҡан. 3 меңдан ашыу үҫмергә пневмония диагнозы ҡуйылған. Был үткән йыл күрһәткестәренә ҡарағанда әҙерәк. Ковид йоҡтороуҙың иң йыш осраҡтары Өфө һәм Салауат ҡалаларында теркәлгән. Бөрйән, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарында коронавирус менән сирләүсе уҡыусылар теркәлмәгән.