Ауырыуға бәйле төбәктә карантин индерелгән. Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған тейешле указ менән хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында танышырға мөмкин.
Документҡа ярашлы, 30 ноябрҙән был тирәлә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙары менән сауҙа итеү сикләнә. Биләмәнән тере мал һатып алыу, бесәй, эт һәм башҡа хайуандарҙы сығарыу ҙа тыйыла.
Аҙнағол ауылында йәшәүселәргә бүре һөжүм итеүе тураһында Яңылыҡтар сығарылыштарының береһендә хәбәр иткәйнек. Йыртҡыс киске сәғәттәрҙә өйөнә ҡайтып барған Гөлирә Сәйетғәлинаға ташланған.
Шул уҡ бүре ауыл осонда йәшәгән Әйүповтарға ла һөжүм итә. Хужалар саҡырылмаған ҡунаҡты ҡул аҫтындағы әйберҙәр менән ҡурҡытырға маташа. Әммә быҙауҙай бүре артҡа сигенергә уйламай ҙа.
Йорт хужаһы бүрене “Нива” автомобиле баҫтырырға маташа. Әммә йыртҡыс уның аяғына йәбешә. Ҡазаға тарыусы ҡасып ҡотолһа ла, тоғро дуҫын һаҡлап ҡала алмай.
Һөжүм иткән бүрене полиция хеҙмәткәре Азат Ғәлимов эш урынынан бирелгән ҡорал менән атып үлтерә. Биология материалы Башҡортостандың ветеринария идаралығы лабораторияһында ҡотороу сиренә тикшереү үтә. Талап ителгән саралар күрелгәндән һуң белгестәр диагнозды раҫлай.
Әле бүре теше тейгән кешеләргә тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Ауыл халҡына иһә карантин сараларын теүәл үтәргә тура киләсәк.
Рафиҡ Әхмәтшин.