Учалынан Ләйсән Шөғәйепова «Һылыуҡай « Бөтә Рәсәй матурлыҡ бәйгеһендә Гран-при яулап, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды.
Һылыуҡайға машина асҡысын Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тапшырҙы. Күләмле бәйге 28 йыл рәттән ойошторола, быйыл ул тәүге тапҡыр ил кимәлендә уҙғарылды.
Сентябрҙән алып Рәсәйҙең ун бер төбәгендә һайлап алыу турҙары ойошторолғайны. Ике йөҙ ҡыҙ араһынан финалға егермеһе генә үтә. Жюри ағзалары бәйгелә ҡатнашыусыларҙың тәбиғи матурлығынан тыш, эске донъяһы, тәрбиәһе, ихласлығына ла иғтибар итә. Конкурсанттарҙың барыһы ла призлы урындар, номинациялар менән билдәләнде, зауыҡлы бүләктәр, һандыҡ, бирнә менән бүләкләнде.