Иглин районы үҙәк майҙанына Яңы йыл шыршыһы ҡуйылды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡа йылдарҙан айырмалы, быйыл байрам ҡупшыҡайы урмандан килтерелмәгән. Ихата эсендә ҡамасаулай башлаған шыршы ағасы менән исемен әйтергә теләмәгән ауылдаштары уртаҡлашҡан.

Бынан тыш, пандемияға бәйле быйыл район мәктәптәре һәм клубтарҙа шыршы байрамдары ойошторолмауҙы иҫәпкә алып, байрамдың төп символын Елена Иглина исемендәге парк урынына үҙәк майҙанға ҡуйырға ҡарар ителгән. Боҙ ҡаласығы 25 декабрҙә Яңы йылдың төп геройҙары ҡатнашлығында театрлаштырылған тамаша менән асыла.

Гөлдәриә Йосопова.