Баш ҡалала пиротехника менән сауҙа итеүсе кибеттәргә рейдтар үтә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре петарда, фейерверк, салюттарға сертификаттар теүәллеген, шулай уҡ уларҙы һаҡлау шарттарын ҡарай. Янғын хәүефһеҙлеге тәьминәтенә лә иғтибар юғары. Әлегә баш ҡалала хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған. Сифатһыҙ шартлатҡыстар һатып алыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға ла тауарҙың төргәгенә айырым иғтибар бүлергә кәңәш ите
Шул уҡ ваҡытта пиротехника тауарҙары ун алты йәштән өлкәнерәктәргә генә һатылырға тейеш. Кире осраҡта юридик ойошмаға яуаплылыҡ ҡаралған. Һатып алынған тауарҙы машинала, йылытыу ҡоролмалары янында һаҡларға ярамай, ҡулланғанда хәүефһеҙлек талаптарын үтәү шарт. Был хаҡта сауҙа нөктәләрендә халыҡҡа иҫкәртеү саралары алып барыла.
Гөлназ Хәйбуллина.