Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре лә яңы йыл шыршыһы ҡуйҙы. Быйыл ауыл биләмәһендәге барлыҡ ойошмаларға ла үҙҙәренең тирә-яғын байрамса биҙәргә, йылдың төп символы тирәләй боҙ ҡаласыҡтары төҙөргә тәҡдим ителгән. Фасадтарҙы сағыу иллюминация, ихата алдарын ҡар һындар биҙәйәсәк, балаларға һырғалаҡтар эшләнәсәк.
Байрам көндәрендә ауыл биләмәһендә барлыҡ мәҙәни-спорт саралары асыҡ һауала үтәсәк. Ойоштороусылар халыҡҡа байрам кәйефе тыуҙырыу өсөн бар көсөн һалырға тырыша.
Гөлдәриә Йосопова.