Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында сираттағы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ул декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Әле бинала биҙәкләү эштәре бара. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әминә Ишдәүләтова Иҫке Монасип ауылы фельдшеры. Уның яуаплылығында 800-ҙән ашыу кеше. Оло йәштәгеләр, балалар йөклө ҡатындар барһы ла уның күҙенә ҡарап тора. Шуға ла төҙөлөш ваҡытында медпункт ауыл мәҙәниәт йортонда эшләп торорға мәжбүр була.

Иҫке Монасип ауылының төпкөлдә, тау-урман араһында урынлашыуы ла модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөшөнә кәртә була алмай. Хатта, күперҙең юҡлығы ла ҡамасауламай. Төҙөлөш материалдарын ташыуға ҡеүәтле техникалар ярҙам итә.

Әлегә бина әҙер тип әйтеп булмай. Эске биҙәкләү эштәре башланып ҡына тора. Бүләмәләргә ишек-тәҙрәләр ҡуйылған, яҡтылыҡ, йылытыу ҡоролмалары һуҙылған. Медицина пункты дүрт бүлмәнән торасаҡ. Ошоға оҡшаш заманса ФАП-тарҙы Бөрйән районының башҡа ауылдарында ла асыу күҙаллана.

Иҫке Монасип ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты декабрь аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Тимәк, ул тәүге пациенттарын быйыл ҡабул итәсәк.

Азат Ғәлиуллин.