Һуңғы йылдарҙа ауылдаштар төрлө дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең тормош шарттарын яҡшыртыуға ирешә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ете ауылды берләштергән Бишҡурай ауыл биләмәһендә 648 кеше, 250-нән ашыу шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Төбәк халҡы малсылыҡ һәм умартасылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнә, урындағы крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Йыл һайын ауылда яңы йорттар төҙөлә.
Һуңғы йылдарҙа бишҡурайҙар дәүләт программаларында әүҙем ҡатнашып, үҙҙәренең тормош шарттарын яҡшыртыуға ирешә. Урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында урындағы мәктәп тәҙрәләре яңыртылһа, «Реаль эштәр» программаһы сиктәрендә балалар баҡсаһында йылы бәҙрәф төҙөлгән, иҫкергән тәҙрәләр алыштырылған. «Айыҡ ауыл» конкурсында еңеп сыҡҡан осраҡта бишҡурайҙар яңы ауыл клубы төҙөүгә иҫәп тота.
1967 йылда төҙөлгән клуб бинаһы ныҡлы иҫкергән. Ҡасандыр гөрләп торған клуб эсенә инеү әлеге ваҡытта хәүефһеҙ түгел. Мәсьәләне хәл итеүгә пандемия килеп сығыуы ла кире йоғонтоһо яһаған. Яңы клуб көткән арала ауыл халҡы асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнә, сөнки сәләмәт тормош алып барыусыларға кәртәләр юҡ.
«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Бишҡурайҙа төрлө спорт-мәҙәни саралар уҙғарыу ҡаралған. Һәр ваҡыт юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ауыл халҡына был юлы ла уңыш йылмайыуына шик юҡ.
Гөлдәриә Йосопова.