Был хаҡта оператив кәңәшмәлә үҙәктең етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева хәбәр итте. Ул әйтеүенсә, төп һорауҙар амбулатор медицина ярҙамына бәйле. Коронавирус һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү буйынса мөрәжәғәттәрҙең кәмеүе күҙәтелә. Бынан тыш Римма Үтәшева ковид-19 менән ауырып һауыҡҡандарға реабилитация кәрәклеге тураһында белдерҙе. Республикала 15 меңдән ашыу сирле күҙәтелгәндә, был мөһим мәсьәлә, тине ул. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдимде ыңғай баһаланы, реабилитацияны нисек ойоштороу тураһында уйларға вәғәҙә бирҙе.