Республикала фельдшер-акушер пункттары арта

Ошо көндәрҙә Асҡын районы Солтанай ауылында заманса йыһазландырылған медицина ойошмаһы асыла. “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы, был маҡсатта Федераль ҡаҙнанан 2 миллион ярым һум аҡса бүленгән.  Быға тиклем урындағы халыҡ медицина ярҙамын  һыу үткәрелмәгән иҫке ағас бинала алырға мәжбүр булған. Яңы фельдшер-акушер пунктҡа интернет уҙғарыу ҙа планлаштырылған.