Башҡортостанда балалар өсөн Республика шыршы байрамы быйыл үткәрелмәй

Коронавирус пандемияһы сәбәпле һәләтле мәктәп уҡыусыларын Өфөгә йыймаҫҡа ҡарар ителгән. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, балалар баҡсаһында яңы йыл иртәләре ата-әсәләрһеҙ һәм өлкәндәрһеҙ, ә мәктәптә байрам кисәләре саф һауала үткәрелә.