Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәре лә көндөҙгө уҡыуға күсте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өй шарттарында белем алырға мәжбүр булған балалар йәнә парта артына ултырҙы. Бер үк ваҡытта ситтән тороп белем алыусы йәштәр ҙә юҡ түгел. Сөнки федераль ҡануниәткә индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер ата-әсәләрҙең ғаризаһы буйынса уҡыусыларҙы дистанциялы режимға күсерергә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбендә белем алыусыларҙың барыһы ла тиерлек көндөҙгө уҡыуҙы һайлаған. Учреждениела санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеше менән БСТ каналының ижади төркөмө ҡыҙыҡһынды.

Барыһы ла уҡыу йылы башындағы кеүек. Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе йәнә көсөргәнешле эш режимына күсерелгән. Иң беренсе күмәк кеше йыйылмаһын өсөн ишектәр һаны арттырылған, һәр урында тән температураһы үлсәнә, ҡулдар махсус шыйыҡса менән эшкәртелә. Социаль дистанцияны һаҡлау өсөн ата-әсәләргә бинаға инеү рөхсәт ителмәй.

Республикала 6-10-сы синыфтар дистанциялы белем алыуға көҙгө каникулдан һуң күскәйне. Бер айҙан ашыу өй  шарттарында белем алған уҡыусылар бөгөн йәнә парта артына ултырҙы. Уҡыусылар фекеренсә, фәндәрҙең барыһы ла мәктәптә еңелерәк үҙләштеререлә. Шул уҡ ваҡытта ситтән тороп уҡыуҙың да уңайлыҡтары күп, ти улар.

Һәр дәрес уҡыу йылын башындағы кеүек 35 минут дауам итә. Графикка ярашлы кластар һәм коридорҙар  мотлаҡ рәүештә елләтелеп, дезинфекция саралары менән даими эшкәртелеп торасаҡ. Ашханала туҡланыу ҙа алдан билдәләнгән ваҡыт буйынса ғына ойошторолған.  

Барлыҡ мәктәптәрҙең дә көндөҙгө уҡыуға күсеү мәсьәләһе бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә лә тикшерелде. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, республикала барлығы 145 меңдән бала мәктәпкә барған. Белем усаҡтарында ковидҡа ҡаршы инспекторҙар эшләүҙән тыш, уҡытыусыларға мотлаҡ рәүештә битлектә йөрөргә кәрәк, ә балаларҙы таҡтаға сығарыу рөхсәт ителмәй. Бындай ҡарар белем биреү процесынан тайпылмау маҡсатында ҡабул ителде, тине Башҡортостан башлығы.  

Был аҙнала контроль идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре мәктәптәргә сығып, һаҡланыу сараларының үтәлешен тикшерә. Уның һөҙөмтәләре буйынса аныҡ ҡарар ҡабул ителәсәк, тине Башҡортостан башлығы.   

Илдар Байбулатов.