Йыл аҙағына Башҡортостанда Кино фонды субсидияларына алты кинозал асыу күҙаллана

Your browser doesn't support HTML5 video.

Уларҙың береһе Иглин ауылында эшләйәсәк. Район мәҙәниәт йортона яңы ҡорамалдар һатып алыуға биш миллион һум аҡса йүнәлтелгәйне. Әле кинозал тулыһынса йыһазландырылған тиерлек, тест режимында фильмдар күрһәтелә башлаған.

Иглиндәр өсөн был мөһим ваҡиға, сөнки туҡһанынсы йылдар аҙағынан алып улар районда кино ҡарау мөмкинлегенән мәхрүм булған.

Гөлназ Хәйбуллина.