Красноусол ҡасабаһында «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы төҙөкләндерелә. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениены капиталь ремонтлауға ике ойошма йәлеп ителгән.
Әле электр тәьминәте, һыу үткәргес системаһы яңыртыла. Эске биҙәү эштәре тамамланған тиерлек. Тәҙрәләр ҡуйылған, тиҙҙән ишек-иҙәндәр алмаштырыласаҡ. Бина алты төркөм, йәғни 230 бала өсөн иҫәпләнгән.
Төҙөүселәр эште ваҡытында һәм сифатлы башҡарырға тырыша. 1989 -cы йылда төҙөлгән бинаға 2004 йылдан бирле ремонт үткәрелмәгән була. Әйткәндәй, учреждениеның тирә-яғы ла төҙөкләндерелгән. Асфальт-бетон ҡатламы түшәлгән, бәләкәй архитектура формалары, бордюрҙар ҡуйылған. Обьектта төҙөлөш эштәре йыл аҙағына тамамланыр, тип көтөлә.
Гүзәл Борханова.