Радий Хәбиров Әбйәлилдә балалар ҡатнашлығындағы юл фажиғәһе буйынса тикшереү уҙғарырға ҡушты

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хәбәр итеүебеҙсә, аварияла өс үҫмерҙең ғүмере өҙөлдө. Шәмбенән йәкшәмбегә ҡараған төндә «Дэу Нексия» автомобиле менән идара иткән 16 йәшлек үҫмер ат менән ҡолондоң өҫтөнә барып менә. Көслө бәрелештән машина юл ситенә оса. Руль артында ултырыусы һәм ике пассажир фажиғә урынында һәләк була, ә ике пассажир дауахана койкаһына эләгә. Фажиғә хаҡында ентекләберәк БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Дәүләт-Әлмөхәмәт юлының 20-се километры. Юл ҡырында тулыһынса йәмшәйеп металлолом өйөмөнә әйләнгән автомобиль. Бындай фажиғәлә тере ҡалыу мөғжизә менән бер. «Дэу нексия» ат менән көслө бәрелештән һуң әйләнеп юлдан бер нисә метр ситкә төшөп китә. Руль артында бәлиғ булмаған үҫмер була, пассажирҙар ҙа 13-16 йәшлектәр.

Мәғлүм булыуынса, үҫмерҙәр был көндә әрме хеҙмәтенә алынған дуҫтарын оҙатырға бара. Шаһиттар әйтеүенсә, аварияға эләгеүселәрҙең бишәүһе лә табындан бергә, төнгө сәғәт ун берҙәр тирәһендә сыға.

Транспорт сараһы менән идара иткән үҫмер автомобилде әсәһенән тәгәрмәс алмаштырыу һылтауы менән ала. Руль артына ул водитель таныҡлығы булмайынса ултыра. Үҫмер авариянан һуң дауаханаға юлда һәләк була. Уның пассажирҙары -15 йәшлек ҡыҙ һәм 16 йәшлек егеттең ғүмерҙәре фажиғә урынында уҡ өҙөлә. Тағы ике пассажир әле дауаханала. Белоретҡа санитар авиация менән балалар реаниматологы ебәрелгән. Пациенттың берәүһенә ни бары 13 йәш.

Юл фажиғәһе буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә ныҡлы тикшереү уҙғарырға, ҡәтғи саралар күрергә ҡушты. Сөнки был зонала малдар ҡатнашлығындағы авариялар йыш теркәлә.

Малдарҙың юлда ҡарауһыҙ йөрөүе һәм аварияларға килтереүе проблемаһы Баймаҡта йылҡы тотоусылар менән уҙғарылған кәңәшмәлә лә ҡаралғайны. Һөйләшеүҙән һуң трассаларға махсус знактар ҡуйыу, малдарға яҡтырыусы билдәләр тағыу тәҡдиме индерелде. Әммә күренеүенсә, әлегә эш һүҙҙә генә ҡала.

Рәмзиә Кәримова.