35 эшҡыуар төбәктә кемпинг, кафе төҙөргә теләк белдереп яңы объекттар өҫтөндә эш башланы. Водителдәрҙең һәм туристарҙың ял сәғәттәрен ойоштороу өсөн төҙөләсәк ҡунаҡханаларҙың береһе Салауат районында сафҡа инәсәк. Уларҙағы уңайлы шарттар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким ҡыҙыҡһынды.
Алыҫҡа йөрөгән йөк машина водителдәре өсөн юл буйындағы ҡунаҡхана – берҙән-бер ял урыны. Шуға ла һәр юлсы йөҙәрләгән кафе араһынан иң яҡшыһын һайларға тырыша. Йоҡо бүлмәһе иркен һәм таҙа, ашханаһындағы ризыҡтар тәмле һәм туҡлыҡлы булған урындарҙа юлсылар күпләп йыйыла.
Төбәктә юл буйы сервисын тәртипкә килтереү өҫтөнлөклө маҡсаттарҙың береһе булып тора. 2024 йылға тиклем заманса ҡунаҡханалар төҙөлөшө көтөлә. Уларҙың майҙанында иркен парковка, сауҙа нөктәләре, ял һәм душ бүлмәләре, ашхана буласаҡ. Башланғыстарҙы бойомға ашырыу өсөн өлгөлө ҡунаҡханалар миҫал итеп алына.
Салауат районы аша үткән 4 участкала яңы ҡунаҡханалар төҙөлөшө көтөлә. Яңы объекттың хаҡы 50 млн һумдан ашыу булғанда, инвестор 25 кешене эш менән тәьмин иткән осраҡта эшҡыуар дәүләт ярҙамына өмөт итә ала.
Салауат районы аша үткән трасса транспорт ағымы көсөргәнешле булған юлдарҙың береһе тип һанала. бынан Силәбе, Һамар һәм башҡа төбәктәрҙән юл тотҡан йөк машиналары үтә. Алдағы йылдарҙа «Янған-тау» геопаркы үҫеше менән район туристарҙың иғтибарын йәлеп итәсәк. Шуға ла заманса кемпинг, ҡунаҡхана төҙөлөшө – төп талаптарҙың береһе булып тора.
Флорида Ким.