Өфө районы Ягодная поляна ауылында модулле фельдшер-акушер пункты асылды

Ул өс ауылды хеҙмәтләндерә. Медицина пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә төҙөлдө. Бина заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, медицина эшмәкәрлегенең өс йүнәлеше буйынса лицензия алынған.