Башҡортостанда 93 ойошма милли проектта ҡатнаша

Беҙҙең республикала һаҡсыл етештереү алымы киңәрәк ҡулланыла башланы. Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты планы 168 процентҡа үтәлгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғы төбәктәр араһында. Милли проектҡа ярашлы, етештереүҙә яңы алымдар файҙаланыла, хеҙмәткәрҙәр ҡайтанан уҡытыла.