Яңы йылға бүләккә – йәшел ҡупшыҡай

Хәйбулла районы Әбеш ауылынан Фазылйән Сурин йорт алдында үҫкән шыршыһын Бүребай ауылына бүләк итте. Бөгөн тау-байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәрҙәре 30 метрлыҡ шыршыны ҡырҡып алып киткән. Фазылйән Сурин ылыҫлы ағасты күптән тәҡдим иткән һәм шыршыны бушлай биреп ебәргән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Интернетта Фазылйән Сурин шыршыны ҙур аҡсаға һатҡан тигән ялған хәбәр таралды. Әммә ул дөрөҫлөккә тап килмәй тип белдерҙе ағас хужаһы.