Экспозиция “Дан һәм батырлыҡ хаҡында...” тип атала. Унда “Абрамцево” музей-ҡурсаулығынан скульптура һәм графика экспонаттары, шулай уҡ ғаиләһе тапшырған фотолар һәм документтар күрһәтелгән. Республика Милли музей мөхәррире Нурия Кинйәбаева әйтеүенсә, күргәҙмә ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле экспонаттар менән байытылған
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБАССР-ҙың халыҡ рәссамы Сосланбәк Тавасиев Салауат Юлаев һәйкәленең авторы булараҡ билдәлелек яулай. Был эше өсөн ул СССР-ҙың дәүләт премияһына лайыҡ була. Сосланбәк Тавасиевтың ижадына арналған күргәҙмә 20 декабргә тиклем эшләй. Санитар-эпидемиологик талаптарға бәйле музейға 5 кешенән артмаған төркөмдәр генә индерелә.