Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында ҡалалағы экологик хәл торошо өсөн Башҡорт сода компанияһына тәнҡит һүҙҙәре еткерҙе. “БСК акционерҙары менән беҙ экологик хәлде яҡшыртыу буйынса юл картаһын төҙөнөк. Әммә мәсьәләне хәл итеүгә бер аҙымға ла яҡынлашмағанһығыҙ. Шуға хәҙер, яңы шарттарҙа, етәкселек быға иғтибар итергә тейеш. Халыҡ сәләмәтлеге төрлө дискуссияларҙан өҫтөнөрәк”, тине Радий Хәбиров.