Ғафури районында яңыртылған мәҙәниәт йорто һәм кинотеатр бинаһы асылды

Капиталь ремонт “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Был маҡсатта республика һәм муниципалитет бюджетынан 39 миллион һум аҡса бүленгән. Мәҙәниәт ойошмаһын асыу тантанаһында Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафикова ҡатнашты. Шулай уҡ, сара барышында Ғафури районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.