"Ата-әсә ҡаһарманлығы"

Башҡортостанда ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыу һәм нығытыуға ҙур өлөш индергәндәрҙең бер төркөмө "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалы менән бүләкләнә. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Исемлектә  16 кеше күрһәтелгән.  Башҡортостанда  "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалы 2014 йылдан алып бирелә.