Башҡортостанда һәләтле балалар менән шөғөлләнгән уҡытыусыларҙы бүләкләйҙәр

Уҡыусыларҙың талантын үҫтереүгә йүнәлтелгән конкурста  республика ҡала һәм райондарынан 50-нән ашыу педагог һәм белем биреү ойошмалары методистары ҡатнашты. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса 16 проект иң яҡшыһы тип табылды. Уларҙың авторҙарын бүләкләү 11 декабрь Өфө нефть техник университет бинаһында ойошторола.