Башҡортостан "Рәсәй һыуы" акцияһы һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы төбәктәр рәтенә инде

Республикала был акцияла 40 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, йылға-күл ярҙарын таҙартыу буйынса 600-гә яҡын сара ойошторолған.  Ошо эш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында бишенсе урын алды.