Стәрлебаш районында йорт ҡаҙҙарының үлеүе теркәлгән

Түбәнге Аллағыуат ауылында 100-гә яҡын ҡош ҡырылған. Башҡортостан ветеринария идарылығы тикшеренеүҙәр үткәргән. Уның һөҙөмтәһе буйынса, ҡаҙҙарҙа колибактериоз һәм аспергиллез инфекцияһы асыҡланған.  Ҡош киҙеүе диагнозы раҫланмаған.